беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Профиле класс

2006 йылдың 25 апрелендә «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ генераль директоры Дамир Әсхәт улы Шәүәлиев менән Салауат ҡалаһының 12-се УББМ ММУ директоры Ҡадир Яҡуп улы Хәбибуллин араһындағы осрашыуҙа 12-се мәктәп нигеҙендә профилле унынсы класс ойоштороу тураһында килешелде.

Кластың йүнәлешен һайлағанда предприятие өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү кәрәклеге иҫәпкә алынды. Шуға күрә физик-химик-математик йүнәлеш һайланды. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы профилле белем биреү өсөн тәҡдим иткән уҡыу пландары нигеҙендә үҙебеҙҙең уҡыу планы төҙөлдө.

2006 йылдың авгусында «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ, ӨДНТУ ТФ һәм 12-се УББМ ММУ араһындағы өс яҡлы килешеү нигеҙендә 10-сы профилле класс ойошторолдо һәм тәүге 25 бала һайлап алынды.

Профилле кластарға уҡыусыларҙы алыу Профилле кластар тураһындағы положениеға ярашлы башҡарыла.

2006-2011 йылдарҙа мәктәптә дүрт сығарылыш булды. Профилле кластарҙы тамамлаусылар барыһы ла Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан, Ырымбур, Салауат ҡалаларынының юғары уҡыу йорттарында, шул иҫәптән МДУ, МФТИ, СпбДУ-ла белем ала. Профилле класты тамамлап илебеҙҙең иң яҡшы уҡыу йорттарына ингән уҡыусылар һаны йылдан йыл арта бара.

Профилле кластарҙа уҡыусылар төрлө ҡала һәм республика предметлы олимпиадаларында даими рәүештә еңеүсе һәм призерҙар исемлегендә.

2011 уҡыу йылында лицейҙа тәүге тапҡыр социаль-гуманитар йүнәлешле класс булдырылды. Унда инглиз телен, тарихты, йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һәм рус телен тәрәнәйтеп өйрәнәләр.

Профилле класс уҡыусыларына сифатлы белем биреү маҡсатында өс яҡлы килешеү нигеҙендә «Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты» (РХДУ) менән ӨДНТУ-ның Салауат филиалы уҡытыусылары йәлеп ителә. Шундай уҡ килешеү Мәскәү дәүләт университеты менән дә әҙерләнә.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә