беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Китапхана

Китапхана – бар лицейсыларҙың да иң яратҡан урыны. Заманса интерьер, тиҙ генә теләгән конфигурациялы эш урыны төҙөп булған уңайлы модулле мебель. Кәштәләрҙәге китаптар барыһы өсөн дә асыҡ ҡулланылышта. Әҙәбиәтте китапхана эсендә уҡығанда уны теркәп торорға ла кәрәкмәй, ә ғөмүмән теркәү бик тиҙ һәм еңел эшләнә. Бында йыш ҡына класс сәғәттәре, төрлө презентациялар һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарыла.

Китапхана фондының структураһы:

  • мәғлүмәттең ҡағыҙ сығанаҡтары (китаптар, газета- журналдар);
  • электрон документтар;
  • видео-, аудио-ташығыстарға яҙылған мәғлүмәт;

Беҙҙең Лицейҙа КМҮ (китапхана-мәғлүмәт үҙәге) булдырыу эше әүҙем бара. Аудиокитаптар тәү сиратта әҙәбиәт буйынса БДИ тапшырырға йыйыныусылар өсөн кәрәк, сөнки имтихан тапшырыу өсөн мотлаҡ булған әҙәбиәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡып өлгөрөп булмай. Ә әҫәрҙәрҙе бөтә ерҙә лә тыңларға мөмкин – юлда ла, өйҙә эш менән булғанда ла. Ҡайһы бер балалар мәғлүмәтте тыңлағанда яҡшыраҡ үҙләштерә, был осраҡта аудиокитаптар улар өсөн торғаны менән бер табыш. Аудиокитаптар дәрестәрҙә лә һәм класстан тыш сараларҙа ла ҡулланыла. Үҙебеҙҙә төрлө китапхана-библиография дәрестәре, викторина йәки башҡа саралар ойошторғанда йыш ҡына интерактив таҡта файҙаланабыҙ. Ул дәресте сағыу, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарырға мөмкинлек бирә.

Беҙҙең КМҮ структураһында традицион булмаған мәғлүмәт ташыу ҡоролмалары: аудио-, видео-, электрон баҫмалар, Интернет - ҙур роль уйнай. Китапханала 18 меңгә яҡын берәмек әҙәбиәт, 687 электрон баҫма: аудиокитаптар, предметтар буйынса педагогик әсбаптар, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт бар.

Әммә традицион мәғлүмәт сығанағы булараҡ китаптың роле кәмемәй. Программала ҡаралған әҫәрҙәрҙе уҡыусылар тап китаптарҙан уҡырға ярата. Беҙҙең китапханасылар «Иң күп уҡыусы класс» дөйөм ҡала конкурсында әүҙем ҡатнашып килә.

Китапханаға тағы ла бер мәһим бурыс йөкмәтелгән: китапханасы уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға традицион һәм традицион булмаған сығанаҡтарҙан мәғлүмәт табырға ярҙам итергә тейеш һәм ярҙам итә лә. Китапханасынан башҡа кем ҡыҙыҡлы китап тәҡдим итә, әҫәрҙе шунда уҡ үҙең уҡығың килерлек итеп ҡыҫҡаса һөйләп бирә, кәрәкле мәғлүмәтте табырға ярҙам итә? Өлкән корпустағы Ольга Алексеевна Ускова, башланғыс корпустағы Наталья Ивановна Плюхина тап шундай китапханасылар!  

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә