беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Мәктәп тормошо

Мәктәп, мәктәп, нисек һағынам һине... Яңы ғына һәм байтаҡ йылдар элек тамамлаған сығарылыш синыф уҡыусылары шулай тип йырлай. Сөнки уларҙың лицей тормошонан һағыныр һәм иҫкә алыр мәлдәре бик күп. Беҙҙең лицей-мәктәп тормошо үҙенең күп төрлөлөгө һәм йөкмәткеһе менән бай. Төп уҡытыу программаһынан тыш беҙҙең Лицейҙа һәләттәрҙе асыу өсөн мөмкинлектәр бик күп. Шулай тигәндә, төрлө өҫтәмә курс, факультативтарҙы күҙ уңында тотабыҙ, улар ирекле шарттарҙа, шуға ла бик ҡыҙыҡлы үтә. Лицейҙа барыһы ла тик балалар өсөн эшләнә, мәктәп менән идара итеүҙә уҡыусылар ҙа туранан-тура ҡатнаша, улар үҙ ваҡыттарын файҙалы ойоштора һәм үҙҙәрен камиллаштырырға өйрәнә. Был күренештәр киләсәктә һөнәр һайлағанда ярҙам итәсәк һәм социаль яраҡлашыу йәһәтенән файҙалы буласаҡ.

Беҙҙең лицей юғары спорт күрһәткестәре менән данлы. Беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙар оло ҡыҙыҡһыныу менән Лицей нигеҙендә эшләп килгән спорт секцияларына йөрөй, уларҙы Салауатспортсервис һәм ҡала спорт учреждениелары тәҡдим итә. Айырым иғтибарға, әлбиттә, «Зенит» ФК футбол академияһы лайыҡлы. Беҙҙең спорт майҙансыҡтары юғары кимәлдә күнекмәләр һәм футбол, волейбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы һәм башҡа төрҙәр буйынса спорт ярыштары үткәрергә мәмкинлектәр бирә. Беҙҙең йәш спортсылар менән бик күп уңыштарға ирешкән яҡшы тренерҙар эшләй. Беҙ сәләмәт тормош рәүешен пропагандалайбыҙ һәм ул буш һүҙ түгел – беҙҙең лицейҙа тәмәке тартыу һис кенә лә модалы һәм текә күренеш түгел. Беҙ тәмәкегә ҡаршы!

Драма түңәрәге, фото түңәрәге... Беҙ бала саҡтан уҡ бер туҡтауһыҙ алға елгән ваҡыт артынан ҡыуырға тырышабыҙ. Уны ҡыуып етеү бары тик бала саҡта ғына килеп сығалыр. Лицейҙа тәҡдим ителгән эшмәкәрлектәрҙең йүнәлештәре төрлө-төрлө. Улар төрлө ҡыҙыҡһыныу һәм темпераментҡа иҫәп тотолған. Беҙҙең Лицейҙа креатив фекерләү бик ныҡ үҫешкән. Быларҙың барыһы тураһында беҙҙең сайт биттәрендә танышырға мөмкин. Мауыҡтырғыс нәмәләр алда әле!

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә