беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Кабинет директора

Телефон йәки башҡа бәйләнеш сараһы:
Һорауҙың темаһы:
* Һорау тексы:
Автоматик тултырыуҙан һаҡланыу
 
Һүрәттәге символдарҙы яҙығыҙ*

* - Тултырыу өсөн мотлаҡ юлдар

 


Һорау-яуап

Ата-әсәләрҙең һорауҙарына лицей директоры Ҡадир Яҡуп улы Хәбибуллин яуап бирә.

— Һаумыһығыҙ. Минең улым лицей фитобарына йөрөргә теләй. Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк, уларҙы ҡайҙан алырға? Мәктәп фитобарына йөрөү өсөн йәш буйынса ниндәйҙер сикләүҙәр бармы?

— Фитобарға йөрөр өсөн педиатрҙан рөхсәт ҡағыҙы кәрәк. Даррыу эсемлектәре исемлеген класс етәкселәренән алырға була. Йәш буйынса бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.


— Ҡыҙыма 6 йәш, инглиз телен уртаса кимәлдә белә. Әле Өфөлә йәшәйбеҙ, әммә Беренсе Лицейҙа уҡығыбыҙ килә. Был мөмкинме икән? Салауат ҡалаһына күсергә йыйынабыҙ, әммә әлеге мәлдә Салауатта теркәлмәгәнбеҙ.

— Дөйөм белеү биреү учреждениеларының беренсе класына алты йәш ярымдан кесерәк булмаған балалар ҡабул ителә. Ошо шарттар үтәлә икән, бала беҙҙә уҡый ала. Рәхим итегеҙ!


— Баламдың дәресенә кереп ултырғым килә. Был мөмкинме, әллә тик асыҡ дәрестәр ваҡытында ғына кререгә яраймы?

— Эйе, һеҙ балағыҙҙың дәресенә инергә хоҡуҡлыһығыҙ, тик был турала алдан лицей администрацияһы һәм уҡытыусы менән килешергә кәрәк.


— Һаумыһығыҙ! Ҡыҙым 8-се класта, артабан уҡыуын һеҙҙең мәктәптә дауам итергә теләй. Һеҙгә эләгеп буламы, бының өсөн нимә кәрәк (имтихандар һ.б.)? Яуабығыҙҙы көтөп ҡалам!

— Беренсе Лицейға ҡабул итеү кластарҙа урын барлығына ҡарап башҡарыла. Әлеге ваҡытта 8-се кластар тулы булыу сәбәпле балалар ҡабул ителмәй.


— Ҡыҙым ҡом студияһына бик йөрөргә теләй. Тик беҙ Салауат ҡалаһының башҡа мәктәбендә уҡыйбыҙ. Ҡалала башҡа шундай студия бармы икән, булмаһа, һеҙгә нисек яҙылырға?
Рината Вәхитова.

— Салауат ҡалаһында бындай студия башҡа юҡ. Уҡытыусылар бушамау сәбәпле, башҡа мәктәптәрҙән уҡыусылар ҡабул итеү мөмкинлеге юҡ (ҡом студияһында аҙнаһына 14 сәғәт дәрес үтә, һәр төркөмдә 8-әр бала шөғөлләнә).


— Беҙҙең балалар лицейҙа ниндәй программа буйынса шөғөлләнә, уның өҫтөнлөгө нимәлә?
Ирина Терехова.

— «Мәктәп 2100» программаһы һәм «Перспектива» УМК-һы (Л.Г.Петерсон математикаһы), программа яңы стандарттарға тап килә, белем биреүҙә юғары кимәл ҡатмарлыҡҡа һәм эшлекле ҡарашҡа эйә. 5-9-сы кластарҙа теүәл фәндәргә иҫәп тотолған профиль белемгә әҙерлек дәрестәре бар. 10-11-се класстарҙа физика-химия-математика һәм гуманитар йүнәлешле профилле кластар ойошторолған.


— Башҡорт теленә күпме сәғәт бүленә, Ниндәй ҙә булһа норма бармы?
Марина Петухова.

— Башҡорт теле 2-се кластан уҡытыла, аҙнаһына 2 сәғәт. Башҡорт һәм рус төркөмдәре өсөн айырым программалар.


— Башланғыс класстар корпусында сит илдәрҙән волонтерҙар эшләй. Был сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур йоғонто яһай. Улым инглиз телендә күпкә яҡшыраҡ һөйләшә башланы. Волонтерҙар киләсәктә лә саҡырыласаҡмы?
Ирина Аҡбирҙина.

— Эйе, волонтерҙар киләсәктә лә саҡырыласаҡ. Сөнки был уҡыусыларға сит телде өйрәтеүҙең иң эффектлы ысулы.


— Яңыраҡ телевизорҙан уҡыусылар үҙҙәре робот эшләгән бер мәктәпте күрһәттеләр. Бының өсөн уларҙа махсус түңәрәк эшләй. Улымды бик ҡыҙыҡһындырҙы, уның да идеялары бик күп. Беҙҙең лицейҙа барыһы ла бар, ни өсөн ошондай түңәрәк юҡ?

— Беҙ уҡыу программаһына робототехника һәм моделләштереү нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса дәрестәр индереүҙе планлаштырабыҙ. Әлегә бының өсөн лицейҙа мөмкинлектәр юҡ. Беҙ киләсәктә икенсе корпус эргәһендәге теплица бинаһында заман талаптарына тура килгән технология кабинеты асырға уйлайбыҙ. Ата-әсәләрҙе ДЭБС бинаһын оператив идаралыҡҡа күсереүҙә ярҙам һорайбыҙ. Беренсе лицейҙың юғары синыфтарында кластан тыш һәм спорт саралары үткәреү йәһәтенән мөмкинлектәр булыр ине.


— Балалар бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр эшләй, картиналар яҙа, ҡул эштәре эшләй, бәйләй... Әйҙәгеҙ, лицейҙа уларҙың эштәрен тәҡдим итеп йәрминкә ойошторабыҙ, ә йыйылған аҡсаны, әйтәйек, ауырыу балалар, йә етем балалар иҫәбенә күсерер инек. Был эште нисек ойошторорға була?

— Беҙ Яңы йыл йәрминкәһе ойошторорға иҫәп тотабыҙ инде. Тәҡдимегеҙ өсөн рәхмәт.


— Беренсе Лицей ниндәйҙер балалар баҡсаһын шефлыҡҡа ала тип ишеткәйнек. Был ысынлап та дөрөҫмө, шуны белергә теләй инек.

— Беҙҙең шефлыҡ иткән балалар баҡсаһы бар. Ул электән хеҙмәттәшлек иткән 58-се балалар баҡсаһы.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә