беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр

Психолог

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

Лицейҙың психологик ярҙам телефонына 8-917-786-40-30 һандары буйынса көн һайын 13 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин.

Лицей психологы Гөлнара Сабир ҡыҙы Овтина баланы тәрбиәләүгә һәм башҡа төрлө психологик мәсьәләләргә бәйле һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк. Ә хәҙер ул нисек итеп балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү тураһында һөйләй. Гөлнара Сабир ҡыҙы фекеренсә - баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…

  1. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә