беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей

Лицей бөгөн

Лицей бөгөн инновацион һәм эксперименталь эшмәкәрлек алып бара, яңы төрҙәге мәктәп булараҡ үҫешә.

Бында 7 фән кафедраһы эшләй, 3 фән лабораторияһы инновациялар һәм эксперименталь технологиялар менән шөғөлләнә, эске һәм тышҡы дифференциацияны берләштергән төрлө кимәлле уҡытыу системаһы, профилле уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреү системалары булдырылған. Былар барыһы ла гармониялы, интеллектуаль, креатив шәхестәр тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Беренсе Лицей илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә

Әлеге көндә Беренсе Лицей, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ араһында өс яҡлы килешеү төҙөлгән. Уның маҡсаты – уҡыусылар өсөн махсуслашҡан интеллектуаль ярыштар, шул иҫәптән олимпиадалар, бәйгеләр, конференциялар уҙғарыу. Математика, физика, химия буйынса дәрестәр үткәреү.

2011 йылдың авгусында «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты һәм Беренсе Лицей араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Университеттың профессор-уҡытыусылар составы Салауат лицейы базаһында тарих, йәмғиәт тураһында фән, инглиз теле буйынса дәрестәр алып бара, балаларҙы тикшеренеү һәм уйлап табыу эшмәкәрлегенә йәлеп итә.

Өфө дәүләт нефть техник универститеты менән дә хеҙмәттәшлек дауам итә. Был дуҫлыҡ сиктәрендә химия, физика һәм математика буйынса махсус курстар уҙғарыу күҙаллана.

Лицейҙың структураһы

Башланғыс мәктәп 1-4 кластар

Урта мәктәп 5-9 кластар

Профилле мәктәп 10-11 кластар

Башланғыс мәктәп

Башланғыс мәктәптең уҡыу программаһы Рәсәй мәғарифының классик традициялары нигеҙендә ҡоролған. Уҡытыу «Мәктәп 2100» белем биреү системаһы буйынса алып барыла.

Беренсе кластан уҡ балалар инглиз телен өйрәнә. Көндөң икенсе яртыһында ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса шөғөлләнеү кескәйҙәрҙең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Мәктәптә шахмат, художестволы ижад, музыка-театр, ҡом, мультипликация, бейеү студиялары эшләй. Мәктәп базаһында «Газпром» ААЙ ярҙамы менән «Зенит» Санкт-Петербург футбол академияһының тәүге төбәк балалар филиалы асылды. Бөгөнгө ваҡытта филиал инфраструктураһында FIFA стандарттарына тулыһынса яуап биргән халыҡ-ара кластағы 3 футбол яланы бар. Майҙандарҙың береһе лицейҙың башланғыс мәктәбе биләмәһендә урынлашҡан.

Лицей биләмәһендә шулай уҡ спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн уйын майҙансығы, ведосипед юлдары, асыҡ һауалағы театр сәхнәһе бар.

Һәр кабинет мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырылған: интерактив таҡта, проектор, ноутбук.

Лицейҙың барлыҡ коридорҙары тематик зоналарға бүленгән: спорт зонаһы, релаксация зонаһы, «Әкиәттәр яланы», «Йәшел аллея», «Белем зонаһы». Мәктәптә спорт, тамашалар, гимнастика, хореография залдары, сенсорлы бүлмә, китапхана, фитобар, ашхана, медицина блогы эшләй. Сит телдәр, башҡорт теле, япон мәҙәниәте, педагог-логопед, психолог кабинеттары бар.

Башланғыс мәктәп уҡыусылары ай һайын театр һәм музейҙарға бара, экскурсияларға сыға. Йола буйынса мәктәптә сәләмәтлек көндәре уҙғарыла, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар төрлө команда уйындарында һәм ярыштарында теләп ҡатнаша.

Урта мәктәп

5-9 класс уҡыусыларына төрлө эшмәкәрлек һәм фән өлкәләрендә үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә. Математика мөғжизәләре һәм серҙәре, объект-ориентирлы программалау, инглиз теле грамматикаһы серҙәре һ.б. йүнәлештәр буйынса махсус курстар алып барыла. Программа уҡыусыларҙың традицион Рәсәй мәғарифының дөйөм белем биреү программаһын да, шул уҡ ваҡытта балаларҙың күп яҡлы ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ижади һәләттәрен үҫтереүҙе, үҙаллы уҡыу һәм тикшеренеү эштәре алып барыуҙы үҙләштереүҙе лә үҙ эсенә ала, һәр уҡыусыға айырым иғтибар бүленә.

Профилле мәктәп

Профилле белем биреү 4 йүнәлеш буйынса алып барыла: физик-химик-математик, физик-математик, социаль-гуманитар, социаль-иҡтисади.

Физик-химик-математик һәм социаль-гуманитар кластарға уҡыусылар конкурс буйынса һайлап алына.

Профилле мәктәптә юғары уҡыу йорттарында белем алыуға әҙерлек алып барыла, өлкән класс уҡыусылары өсөн М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Өфө нефть техник дәүләт университеты, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты кеүек юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын йәлеп итеп лекциялар ойошторола. Лицейҙа математика, физика, химия, йәмғиәт тураһында фән дәрестәрен тәрән өйрәнеүҙән тыш сит телдәргә һәм компьютерҙы белеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Уҡытыусылар составы

Лицей уҡытыусылары араһында 2 фән кандидаты, 54 юғары категориялы уҡытыусы, 1 БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 6 БР-ҙың мәғариф отличнигы бар. Бында Рәсәйҙән генә түгел, Голландия, Германия һәм Япониянан да уҡытыусылар эшләй. Беренсе Лицей мөғәллимдәре «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып бер нисә тапҡыр лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Улар киң күңелле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан, эштәрен һәм балаларҙы мөкиббән яратҡан педагогтар.

Лицейҙы тамамлаған билдәле кешеләр

Беренсе Лицейҙы (элекке 12-се урта мәктәп) тамамлаусылар: донъя кимәлендә танылған табип-офтальмолог Э.Р. Мулдашев, билдәле сәйәси эшмәкәр А.Н.Аринин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Г.А.Муштаков, «Газпром Нефтехим Салауат» ААЙ генераль директоры Д.А.Шәүәлиев.

Лицей корпустары

Уҡытыу-тәрбиә биреү комплексы ике корпустан тора: 1-се корпус – башланғыс мәктәп (Октябрь урамы, 70 адресы буйынса урынлашҡан) һәм 2-се корпус – урта һәм өлкән мәктәп (Ленин урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан).

1-се корпус

• 2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата уҡыусылар һаны – 624 (1-4 кластар), 27 – 5б (хоккей класы)
• Коплект-кластар һаны – 23
• Пeдaгoгик кoллeктив 38 кешенән тора, тағы ла 1 социаль педагог, 1 китапханасы бар
• 24 кеше юғары квалификациялы категорияға эйә
• 7 педагог беренсе квалификациялы категорияға эйә
• 7 педагог икенсе квалификациялы категорияға эйә.

Лицей яңы педагогик технологиялар, белем биреүҙең яңы эстәлеген эҙләү, эшләү һәм әйләнешкә индереү менән шөғөлләнеүсе ижади лаборатория булып тора.

Лицейҙа студиялар эштәре сиктәрендә белем биреү эшмәкәрлеге һәм өҫтәмә белем алыу ойошторолған. Белем биреү «Мәктәп 2100» системаһы буйынса башҡарыла. Мәктәптә шахмат студияһы, художестволы ижад студияһы, музыка-театр студияһы, ҡом студияһы, мультипликация студияһы, бейеү студияһы эшләй. Мәктәп базаһында «Салауатспортсервис» ЯСЙ менән берлектә һәм «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ ярҙамы менән «Зенит-Салауат» академияһының филиалы асылды.

Лицей биләмәһендә футбол яланы, спорт майҙансыҡтары, балалар өсөн уйын майҙансығы, велосипед юлдары, асыҡ һауалағы театр сәхнәһе бар.

Һәр уҡыу кабинеты санитар нормалар һәм ҡағиҙәләргә яуап биргән мебель (индивидуаль уҡыу урыны һәм уҡыусының кәрәкле әйберҙәрен һалыу өсөн урыны булған) менән йыһазландырылған. Һәр кабинетта мультимедиа ҡорамалы бар: интерактив таҡта, проектор, ноутбук, күп функциялы ҡоролма (сканер, принтер, күсермә яһағыс). Лицейҙа янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары үтәлә, хәбәр итеү системаһы ҡуйылған, температура режимын контролдә тотоу системаһы бар. Коридорҙарҙа һәм мәктәп биләмәһендә видеокүҙәтеү урынлаштырылған.

Лицейҙың барлыҡ коридорҙары тематик зоналарға бүленгән: спорт зонаһы, релаксация зонаһы, «Әкиәттәр яланы», «Йәшел аллея», «Белем зонаһы». Тәнәфестәрҙе файҙалы итеп үткәреү өсөн интеллектуаль өҫтәл уйындары, спорт уйындары (футбол, хоккей), ике ҡоро бассейн бар. Мәктәптең спорт, тамашалар, гимнастика, хореография залдары, сенсорлы бүлмә, китапхана, фитобар, ашхана (178 ултырыу урынлы), медицина блогы бар. 2 сит телдәр, 1 башҡорт теле, 1 япон мәҙәниәте, 1 педагог-логопед, 1 психолог кабинеты бар.

2-се корпус

2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата уҡыусылар һаны – 630 (5-9 кластар) һәм 127 (10-11 кластар).

Профилле кластар – 5

  • Физик\химик\математик – 10А
  • Социаль-гуманитар – 10Б
  • Физик\химик\математик – 11А
  • Физик-математик – 11Б
  • Социаль-иҡтисади – 11В

Корпуста инглиз теле буйынса ике, башҡорт теле буйынса бер махсуслашҡан кабинет, физика, химия кабинеттары бар.

2-се корпус, икенсе төрлө әйткәндә – «өлкән корпус» – эргәһендә ҙур биләмәһе булған иркен яҡты бина. Бишенсенән ун беренсе класҡа тиклемге уҡыусылар менән бай педагогик тәжрибәһе, тәрбиәләнеүселәре араһында бихисап олимпиада призерҙары һәм еңеүселәре булған уҡытыусылар шөғөлләнә. Барлыҡ 31 класс-аудитория ла интерактив таҡталар, проекторҙар һәм уҡытыуҙың башҡа техник саралары менән йыһазландырылған. Бик яҡшы комплектланған компьютер класы һәм мобиль компьютер класы бар.

Асыҡ һауала физкультура дәрестәрен генә түгел, ә иң юғары кимәлдә еңел атлетика, мини футбол, волейбол, баскетбол һ.б. спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарырлыҡ спорт комплексы бар. Спорт майҙансыҡтарының сифатлы яһалма япмаһы тейешле һөҙөмтәләр күрһәтергә ярҙам итә һәм йәрәхәттәр алыу мөмкинлеген күпкә кәметә. Һалҡын миҙгелдәрҙә физкультура менән шөғөлләнеү өсөн ҙур һәм бәләкәй спорт залдары бар. Бәләкәй зал шулай уҡ бейеү дәрестәре өсөн дә файҙаланыла ала, бының өсөн унда бөтә кәрәк-яраҡтар ҙа бар.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә