беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Беренсе Лицей коллективы

Уҡыуҙа иң ҙур һәм мөһим ролде уҡытыусы башҡара. Беренсе Лицей уҡытыусыларының күбеһе бай тәжрибә туплаған һәм юғары категорияға эйә. Улар арһында БР мәғарифы отличниктары, РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәрҙәре, РФ һәм БР Мәғариф министрлыҡтарының почет грамоталары менән бүләкләнеүселәр бар. Һәр педагог үҙен артабан камиллаштырырға, белемен арттырырға тырышып тора.

Бар уҡытыусыларыбыҙҙың да әүҙем тормош позицияһы бар, улар Лицейҙа уҡытыу менән генә сикләнмәй. Күптәр үҙ алдына фәнни-ғәмәли һәм методик тикшеренүҙәр алып бара, балаларҙың тикшеренеү эштәренә етәкселек итә, олимпиада хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең уҡытыусылар даими рәүештә өҫтәмә электив курстар һәм дәрестәр буйынса факультативтар эшләй. Тормошобоҙға мәғлүмәт технологиялары һәм уҡытыуҙың заманса техник саралары килеп ингәс, лицей уҡытыусылары тәрлә интерактив программалар табып файҙалана башланы.

Балалар менән шөғөлләнгәндә бар ижади һәм рухи көсөн биреп эшләйҙәр. Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә күп ваҡыт һәм көс бүленә. Класс сәғәттәре, тематик экскурсиялар, мәҙәни саралар, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу – былар тәрбиә эше формаһы һәм ысулдарының тулы булмаған исемлеге генә. Ә ундай эштәр даими арта һәм төрлөләнә бара. Былар барыһы ла һәр баланың ижади мөмкинлектәрен асыуға һәм үҫтереүгә ыңғай тәьҫир итә.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә