беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей

Лицейҙың тарихы

Мәктәп тарихы – даталар менән ниндәйҙер әһәмиәтле ваҡиғаларҙы һанап сығыу ғына түгел, тарих – ул кешеләр, уларҙың һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре, төрлө-төрлө яҙмыштары. Тарих ул бит тере, ҡом сәғәте кеүек бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә һәм уны бер нисек тә туҡтатып булмай. Тәүҙә ул мәктәптән өйгә тиклемге тар ғына һуҡмаҡ, буяу еҫе сығып торған яңы портфель, тәүге уҡытыусы, тантаналы линейка, алған «икеле» өсөн түгелгән күҙ йәштәре һәм көндәлектәге «бишле» өсөн ғорурлыҡ хистәре. Һәм һәр кемдең тарихы – үҙе өсөн мөһим һәм ғүмерлек.

Салауат ҡалаһының Беренсе лицейы тарихы күптәр уйлағанса ике йыл элек түгел, ә 1963 йылда башлана. Ул ваҡытта ябай ғына 12-се урта мәктәп тип аталып йөрөй. Унан һуң бик күп һыуҙар аҡты, ҡалабыҙ ҙа үҙгәреп матурайып китте. Кисәге малай- ҡыҙҙарҙы ла бөгөн танырлыҡ түгел – улар инде буй еткереп һәр береһе тормошта үҙ юлын тапҡан. Әммә уларҙың бер уртаҡлығы бар – улар барыһы ла ҡасандыр 12-се мәктәптә белем алған. Бында һәр ваҡыт иң көслө һәм һәләтле физиктар, химиктар, математиктар уҡыны.

ҡаланың һәм Дәрестәрҙе республиканың иң яҡшы педагогтары – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, Башҡортостан Республикаһы мәғарифының отличниктары бирә. Араларында ғаилә парҙары ла бар – Людмила Петровна һәм Венер Хөсәйен улы Зәйнетдиновтар, Мария Петровна һәм Павел Матвеевич Сухоруковтар. Бында тотош уҡытыусылар династиялары, үҙ эшенең оҫталары эшләне.

Уҡытыусылар һәр ваҡыт үҙ тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана, уларҙың фотоларын, дәфтәрҙәрен, һүрәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Был әйберҙәр улар өсөн иҫтәлек кенә түгел, ә тотош тормош юлы. Тимәк, йәшәүҙәре, эшләүҙәре, төн йоҡоларын ҡалдырып ижад итеүҙәре бушҡа булмаған...

12-се мәктәптең сығарылыш уҡыусылары араһында күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалим һәм сәйәсмәндәр бар. Ҡайһыларының исемдәре республиканан ситтә лә билдәле. Мәктәп тарихында үҙ эҙен ҡалдырған, уның алтын почет таҡтаһында торған шәхестәр: табип- офтальмолог Э.Р.Мулдашев, билдәле сәйәси эшмәкәр А.Н.Аринин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Г.А.Муштаков, «Газпром Нефтехим Салауат» ААЙ генераль директоры Д.А.Шәүәлиев.

Әйткәндәй, 12-се мәктәп бер ваҡытта ла ябай мәктәп булманы. Бында яҡшы мәғәнәлә ваҡытты ашыҡтырҙылар, заман менән бергә түгел, ә унан бер нисә аҙымға алданыраҡ барҙылар.

Рәсәйҙә профилле тип аталған кластар барлыҡҡа килеүҙән күпкә алда, 1989 йылда уҡ 12-се мәктәптә ошо йүнәлештәге эксперименттар башлана. Физика, математика, химия менән ҡыҙыҡһыныусы балаларҙы айырым кластарға туплап ғәҙәти күнекмәләрҙән күпкә ҡатмарлыраҡ мәсьәләлар сисергә бирәләр.

- Хоҡуҡи класс, социаль-иҡтисади, физик-математик кластар бар ине, - тип хәтерләй Беренсе Лицей директоры урынбаҫары Татьяна Анатольевна Гаршина. Ә бит кластар рәсми рәүештә теркәлмәгән була, бар эштәр ҙә уйлағанса бармай ҡайһы ваҡытта.

Һәм ниһайәт, 2006 йылда мәктәптә «Физик-химик-математик класс» тип аталған уникаль белем биреү проекты тормошҙа ашырыла башлай. Өс яҡлы килешеүгә 12-се мәктәп, Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы һәм «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ вәкилдәре ҡул ҡуя. Шулай итеп, 10-сы профилле класс барлыҡҡа килә. Бынан һуң теүәл фәндәр менән шөғөлләнеүселәр өсөн Бөйөк Британияла стажировка үтеү мөмкинлеге асыла. Ә бер йыл элек кенә улар был турала хыялланмайҙар ҙа ине.

12-се мәктәптең тарихы, бер аҙ йәшерәк булған 10-сы мәктәп тарихы менән бергә үрелеп бара.

1988 йылдың 1 сентябрендә унда тәүге тантаналы линейка була. 1990 йылда мәктәптә һынлы сәнғәт, музыка, хореография, фортепиано, флейта, аккордеон кластары, художестволы гимнастика һәм ритмика төркөмдәре асыла. Был белем усағы таланттар тәрбиәләүсе мәктәп булып таныла, һәм бер нисә йылдан уның нигеҙендә Ҡала сәнғәт үҙәге ойошторола. Бөгөн унда бик күп балалар шөғөлләнә.

1993 йылда мәктәп 58-се балалар балалар баҡсаһын үҙ ҡанаты аҫтына ала.

Был баҡсала балалар тәүге уҡытыусылары менән 4 йәшендә үк таныша, һуңынан бергә мәктәпкә бара һәм 4-се класҡа тиклем бергә була.

- Балалар беренсе класҡа үҙ уҡытыусылары менән килә һәм үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоя, таныш булмаған ерҙә ата-әсәләренән тыш ҡалыуҙан ҡурҡмай, был бик эффектив алым булды, - тип һөйләй Беренсе Лицей директоры урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы Надежда Николаевна.

1997 йылда художество-хореография йүнәлешле тәүге класс мәктәпте тамамлай. Мәктәптән һуң уҡыусылар шунда уҡ сәнғәт училищеһының 2 курс студенттары булып китә.

Һуңынан «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ ярҙамы менән бында «Киләсәк мәктәбе» тип аталған проект барлыҡҡа килә.

Унда ҡатнашыусылар – иң кескәй уҡыусылар. Башланғыс класс уҡыусыларының ижади потенциалын үҫтереү өсөн уҡыу программаһына ижади дәрестәр индерелгән. Шул уҡ ваҡытта бында балаларҙың сәләмәтлегенә һәм спорт ҡаҙаныштарына ла ҙур иғтибар бүленә.

Инновацион проекттар тормошҡа ашырылған был ике мәктәп тә 2010 йылда Беренсе Лицейға берләшә, хәҙер уның 1-се корпусында башланғыс класс уҡыусылары шөғөлләнә, ә 2-се корпуста 5-11 класс балалары уҡый.

Әлбиттә, лицейҙың йылъяҙмаһы ошо урында туҡталып ҡалмай. Әле саҡ парта артына ултырып әлифбаның тәүге хәрефтәрен өйрәнә башлағандар киләсәктә уны дауам итәсәк. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, тарих яҙыу - ҡағыҙға хәрефтәр төшөрөү йәки компьютерҙа текст баҫыу түгел бит. Тарих – ул ошо йылъяҙма биттәрендә йәшәгән кешеләр. Тарих – ул беҙ үҙебеҙ.

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә