беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей
Первый Лицей

ИҒЛАНДАР

16 Октября 2011

Еңеүсегә - приз һәм махсус диплом

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Өммө ... таҙа. Ә бит был уның төп өҫтөнлөгө. Тимәк, ижад итеү, хыялды эшкә ҡушыу өсөн урын бар.

Кемдер аңлап етмәһә, төшөндөрәбеҙ – был лицей газетаһы. Ысын! Мәктәп газетаһы әлегә шулай буш. Шәп бит! Тимәк, беҙ уны үҙебеҙ нисек күрергә теләйбеҙ, шулай итеп эшләй алабыҙ. Бөтәбеҙ бергә. Яңы биттән...

Газета өсөн иң мөһиме – уның исеме. Хас әйтемдәгесә - карапты нисек атаһаң, шулай йөҙәсәк.

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс иғлан ителә. «Лицейсы», «Уҡыусы», «Тәнәфес» - был атамалар тапалып бөткән тиһәк тә була, сөнки уларҙы барыһы ла йыш ҡуллана. Ә беҙгә яңы, ижади, мәғәнәле исем кәрәк.

Конкурста барыһы ла – уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ала! Иң яҡшы исем уйлап тапҡан кеше махсус приз менән бүләкләнә һәм лицей тарихына инеп ҡала. Уға шулай уҡ иҫтәлекле диплом да тапшырыласаҡ.

Баш мөхәррир эҙләйбеҙ!

Хужаһыҙ ниндәй газета бул инде! Лицейҙың буласаҡ баҫмаһына баш мөхәррир ҙә эҙләйбеҙ! Был яуаплы вазифаға тик өлкән класс уҡыусылары ғына дәғүә итә ала.

Кандидаттарҙы үҙҙәре тураһында angelina-l@yandex.ru адресына яҙып ебәреүҙәрен һорайбыҙ.

Мәғлүмәт ярты биттән артмаһын ине.

Фамилия, исем-шәрифегеҙҙе, нисә йәш икәнен һәм ниндәй газета нәшер итергә йыйыныуығыҙҙы яҙығыҙ. Ҡыҙыҡлы темалар һәм рубрикалар тәҡдим итегеҙ.


Возврат к списку

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә