беренсе лицей

Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары


Игландар

Иң яҡшы мәктәп газетаһы исеменә конкурс!

Ап-аҡ ҡағыҙ бите. Күңелһеҙме? Буш һәм өнһөҙ. Әммә ... таҙа. Ә бит был уның иң ҙур өҫтөнлөгө




Беренсе Лицейҙың сайтына рәхим итегеҙ

Беренсе Лицей – Башҡортостанда тормошҡа ащырылған уникаль мәғариф проекты. Салауат ҡалаһы Лицейының төп үҙенсәлеге – араларында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиада еңеүселәре булған уҡыусылар һәм үҙ тәрбиәләнеүселәрен ысын күңелдән яратыусы талантлы уҡытыусылар.

Беҙҙә йәш буйынса айырым уҡытыу башҡарыла. Уҡыусыларҙың креатив һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән көслө художестволы-эстетик программа эшләй. Беҙҙә инглиз, башҡорт, немец һәм япон телдәренә өйрәтәләр, аудиториялар интерьеры һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре традицияларында биҙәлгән. 

Лицей тураһында

Загрузка плеера


    Беҙҙең партнерҙар



Директор кабинеты

 

Хөрмәтле ата-әсәләр! Беренсе Лицей етәкселегенә һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Яуаптарҙы Директор кабинетында табырға мөмкин.
Һорау бирергә

Беҙҙә йәш буйынса айырым уҡытыу башҡарыла. Уҡыусыларҙың креатив һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән көслө художестволы-эстетик программа эшләй. Беҙҙә инглиз, башҡорт, немец һәм япон телдәренә өйрәтәләр, аудиториялар интерьеры һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре традицияларында биҙәлгән. Дәрестәрҙе үҙебеҙҙең педагогтар тыш телдә һөйләшеүселәр ҙә үткәрә. Ҙур иғтибар физик тәрбиәгә бирелә. Лицейҙың спорт һәм уйын майҙансыҡтары һәм залдары, физкультура уҡытыусылары балаларҙың физик яҡтан үҫешеүенә, спорт өлкәһендә төрлө уңыштар ҡаҙаныуына ярҙам итә. Беҙ һөнәр һайлағанға тиклемге социалләштереүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ – унынсы кластан башлап бер нисә йүнәлеш буйынса һөнәри белем бирәбеҙ.

Билдәле уҡыусыларҙы билдәле уҡытыусылар барлыҡҡа килтерә – беҙҙең Лицей эшмәкәрлеге гармониялы шәхес булған Гражданин тәрбиәләү маҡсатына буйһондоролған.

Лицей уҡытыусылары араһында 2 фән кандидаты, 54 юғары категориялы уҡытыусы, 1 БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 6 БР-ҙың мәғариф отличнигы бар. Бында Голландия, Германия һәм Япониянан волонтерҙар эшләй, улар балаларҙы үҙ илдәренең мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштыра. Беренсе Лицей мөғәллимдәре «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып күп тапҡыр лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Улар киң күңелле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан, эштәрен һәм балаларҙы мөкиббән яратҡан педагогтар.

Фотогалерея

© 2011 «Беренсе лицей»    Лицей тураһында Мәктәп тормошо Укыучалар Лицейсыларға Укыучаларга Ата-әсәләргә